Янһары ауылы тарихы


Ауылыбыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы бай һәм ҡатмарлы.Был тарихты ике варианты бар:беренсеһе-легенда,икенсеһе-рәсми документтарға нигеҙләнгән ауыл тарихы.

Легенда түбәндәгесә һөйләнелә.Бик күп йылдар элек Ағиҙел буйында “Иҫке ыҙма” тип аталған урында,дала яҡтарынан килеп Янһары исемле ҡарт үҙенең улдары менәнутар ҡороп ултырған.Утар урыны Янһары ҡартҡа оҡшап етмәгән,унын сәбәптәре лә бик куп:туғайҙы яҙғы осорҙа һыу баҫҡан,Ағиҙелдән урыҫтар ағас ағыҙған,ҙур баржаларҙы Ағиҙел үрендәге Үҙән, Әүжән, Белоретта ағыҙған суйынды түбәнгә ағыҙғандар,ауыл халҡын баҫымсылыҡ иткәндәр.Ныҡ ҡартайғас Янһары ҡарт улдарына ауыл төҙөп ултыртыр өсөн уңайлыраҡ урын эҙләргә булған.Берҙән-бер көндө ул һыбай утарҙан сығып хәҙерге ауыл ултырған урынғакилгән.Бәйет тауы итәгендәул атынан төшкән һәм хәл алыр өсөн ергә ятып торған,бәйет әйткән:

Бәйет тауы бигрәк бейек

Күктәргә тора тейеп,

Бәйет тауы итәгендә

Йәшәй күп төрлө кейек!

Аталары оҙаҡ ҡайтмай торғанда улдары хафаланып эҙләрга сыҡҡандар һәм Янһары ҡарттыБәйет итәгенда тапҡандар.Ҡарт:”Мин ятҡан тау Бәйет, итәге – мәйет булыр”-тигән

Мөсәттәр ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Бик борон ер-һыу биләнеп бөтмәгән саҡтарҙа Саҡмағош йылғаһы буйына Темәс ауылы кешеләре килеп сыға. Һәм был яҡтарҙы оҡшатып Саҡмағош ауылына нигеҙһала. Күсеп ултырған ауыл халҡы Нөгөштә (Ярыу йылғаһы тамағында), Буҙбейәлә (Алағуян буйы), Ҡара һыйырҙа утар ҡора.Бер көндө ҡырғыҙҙар утарҙы килеп баҫа.Улар бөтә малды һәм Әлеш исемле олатайҙы ҡоллоҡҡа алып китәләр,беҙҙең Мөсәт олатайыбыҙ тегеләрҙән ҡотолоп ҡала. Ҡырғыҙҙар быҫып алған малын Баҙал аша ҡыуып , хәҙерге Әлеш йәйләүендә йоҡларға туҡтайҙар. Ҡырғыҙҙарҙыңбик шәп ерән юрғалары була.Йоҡларға ятҡанда уларҙы арҡанлап һаҡлайҙар.Әммә һаҡсы таңға ҡарай йоҡлап китә. Был саҡ Мөсәт олатайҙын ғәйрәтле сағы була.Ул шым шым ғына килеп тегеләрҙең бер уҡ-һаҙағын һәм арҡандан ерән юрғаһын сисеп ала.Әммә күк юрғаға яҡынайғанда уныһы өркөп ,ҡапыл бышҡырына башлай һәм ҡырғыҙҙарҙы уята.Мөсәт олатай ерәнгә һалып баяғы уҡ-һаҙаҡты алып ҡаса.Ҡырғыҙҙарҙың йоҡо ҡайғыһы китә, тамаҡ туйҙыра һалып,урлаған малдарын ҡыуып юлға сығалар.Имән йортто үтеп ,Бүтәгәле ҡырға урала башлағас,бер уҡ күк юрғаның ҡырлы арҡаһын тишеп сыға, икенсеһе бер ҡырғыҙҙың эйәр ҡашына ҡаҙала.Уларҙы ҡурҡыу ала.Ә тау бышынан Мөсәт ҡысҡыра:

- Баҫып алған беҙҙең малдың дүрттән өс өлөшөн,кешене ҡалдырығыҙ! Ҡалдырмаһағыҙбарығыҙҙы ла уҡ менән сүпләйем!-ти.

Ҡырғыҙҙарҙың күк юрғаһына етер йүгерек булмай.Шуға Мөсәт олатай уны үлтерергә ҡарар итә.Хәҙер уны ерән юрғала бер кем дә ҡыуып етә алмай.Ҡырғыҙҙарға риза булыу әмәле ҡалмай.Әлеш олатайҙы һәм малдың дүрттән өс өлөшөн ҡалдырып ,юлға сығалар .Ә Мөсәт олатай күренмәйенсә генә ҡырғыҙҙарҙы хәҙерге Ғәлиәкбәр ҙең үръяғындағы Оло Нөгөштө сыҡҡансы оҙатып бараһәм Буҙбейгә кискә генә ҡайтып инә.Мөсәт барымтасыларҙыңбайтағын берәм-берәм атып бөтөрөр ине, ләкин ҡырғыҙҙар теүәл ҡайтмаһа ,улар оло яу булыпкире килеүе бар,тип уйлап теймәй.Бер өлөшө мал биреп ебәреүе шул-баяғы ике юрға хаҡы була.Ошо батыр хөрмәтенә ауылдын исемен Мөсәт ,ҡырғыҙҙар йоҡлап киткән урынды Әлеш тип йөрөтәбашлайҙар.

Ауыл ерҙәрен ҡараһаң ,районда Мөсәт биләгән тиклем ер берәүҙә лә юҡ.Саҡмағош башынан үр яҡҡа ике саҡрым үткәс Тарҡайҙан Боһондоноң уң ярына,Ярыу тамағы,Бәләкәй Нөгөш ике туғай,Суҡраҡты,Яңы Монасип һәм янһарыҠарағоштоһы,Серәкәй һәм баяғы Тарҡанайға тиклем булған Мөсәт ерҙәре.Яңы Монасип Ҡарағоштоһы уларға нисек киткәндер,мин уныһын белмәйем .

1966 йылда Яңы Монасипта бесән эшләп яттым.Малайҙарға ике саталы һәнәк эшләп бирҙем дә бесән йыябыҙ.Мораҙым ауылынан Моратшин Талха ағай мәрхүм тай-тулағын әҙләп килеп сыҡты.Сәй эскән саҡта теге ике саталы һәнәкка ҡарап ул:

- Боронғо олатайҙын ерендә боронғо һәнәк менән йыяһыңмы?Б еҙ малай саҡта,һалдаттан ҡайтҡанда янһарылар ошонда йәйләүҙә була торғайнылар,беҙ туҡтап сәй эсеп йөрөнөк-тип һөйләне.

Алағуян башы (Яңы Мөсәт) Саҡмағош айырыу шулай килеп сыға.Алағуян ҡарттары ауылдарын бүлеү өсөн йылға бышынан ер һорай.Әммә ҡарттар ауыл халҡы менән кәңәшләшеп ,ер уртаһынан ,йәғни Алағуян башынан ер бирмәҫкә булалар .Унда үҙҙәре бүленеп ултыра.Ә Алағуян тамағыларға ерҙе хәҙерге Яңы Собханғол(Янһары) ул тырған урынды бирәләр.Беҙҙең зыярат шуға ла уртаҡ ул.Йәйләү урыны итеп Янһарыларға биләмәсиктәренән яландар бирәләр.Ул саҡта Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙары араһында ыҙғыштар булғылып торған һам Мөсәт ҡарттары биләмәсиктәренә башҡаларҙы ултырта.

Ул хәҙерге заманда Сатра йылғаһының тамағы.Ул бик күп итеп ҡом, ҡырсын-таш ағыҙып алып килгән.Әлеге көндә лә Сатраның ҡойған ере шул килеш.Хәҙер ҙә өлкән быуын кешеләре уны Ҡомйылғатип йөрөтәләр. Ҡомйылға ауылынан иң беренсе булып Янһары исемле ҡарт күсеп килеп ултырғанһәм йәшәй башлай.Янһары ҡартттың улдары ла булған.Ҡарттың Әфәнде исемле улы ла булған.Уға әлеге Әфәнде тауының итәгендә өй һалып бирә.Ул шунда йәшәй башлай һәм былтауға Әфәнде исеме бирәләр.

( Был мәғлүмәт Муса Шәмиғоловтан яҙып алынған)


Ғәле тауы.

Был хәл һуғыш барған мәлдәр булған.АуылдаҒәле исемле бер кеше йәшәгән.Ул тәбиғәтте яратҡан.Шуға күрә лә,ошо тауға көн һайын еләк йыйырға,йә бәшмәккәменгән.Ул был тауға һәр көн менеп ултырыр булған,шуға күрә лә был тауҙы “ Ғәле тауы” тип атайҙар


Саҡмағош.

Бер көндө бер бабай урманға утынға киткән. Ул оҙаҡэшләп-эшләп ут яғырға булған. Оҙаҡэшләгәс бабай асыҡҡан һәм уның яғырға саҡматашы бөтә. Һәм ул оҙаҡуйлап тормай саҡматаш эҙләп сығып китә. Эҙләй торғас бабай саҡматаш табып ала. Ул саҡматашты алһа, шул урындан һыу сыға. Һәм шунан башлап ул йылғаны Саҡмағош тип йөрөтә башлайҙар.

Шыйыҡбутҡа

Иҫке Мөсәт ауылын үтеп Байназар юлында һул яҡялан. Һаранлығыменән даны сыҡҡанбайҙың сабынлығыбулған. Эшкә ҡушҡан кешеләрен шыйыҡбутҡа менән һыйлаған.

Ҡарағас йорт.

Был йәйләү Ғәлиәкбәрҙән сама менән 15 км самаһы алыҫлыҡта. Йәйләүҙәге аласыҡ ҡарағас ағасынан буралған булған, шулай уҡ был тирәнән өй нигеҙе өсөн ҡарағас ағасы ла ала тора булғандар .


Мирас ҡотоғо.

Ауыл халҡы Ағиҙел буйындағы туғайҙан хәҙерге ауыл урынына күсеп ултырғас, һыуҙы тик бер шишмәнән “улаҡтан”ала торған булған ләкин улаҡтың һыуы ғына ауыл халҡына етмәгән.

Шуға күрә икенсе һыу сығанағы кәрәк булған. Ғәлемерҙа бабай үҙенең туғандары менән өйҙәренән алыҫ булмаған урында сығып ятҡан бәләкәй шишмәне таҙалап шунан һыу ала башлағандар. Бабай уландарына:” шbшмәне мин һеҙгә мираҫ итеп ҡалдырам “ тигән, имеш. Шунан алып шишмә Мираҫ ҡотоғо тип атала.


Аҡбейек.

Баҙал һыртында урынлашҡан был сабынлыҡ ҙурлығы менән таң ҡалдыра. Аҡ бейектән көнбайышҡа табан бейек- бейек тауҙар теҙмәһе һуҙыла, тауҙар урмандар менән ҡапланған. Аяҙ көндә бында еләҫ, ҡоро була, ысыҡ тәшмәй. Ә инде болотло көндә үҙеңде болоттар өҫтөндә йөрөгән кеүек тояһың. Бейектә ятҡанғалыр инде бында яҙ ҡар һуң иретә, көҙ бик иртә ята. Ауыл тирәһендә, түбәндә, тау итәгендә ҡар иреп бәтһә лә бында ағарып ҡар ята, шуға күрә ул «Аҡ бейек”- тип атала.

Ҡотлобулат түше.

Иҙел туғайында тау битләп урынлашҡан матур ялансыҡ. Ауыл туғайҙа урынлашҡан саҡта шул һыртта Ҡотлобулат тигән бай өй һалып йәшәгән. Шул һырт буйлап барғанда арҡыс- торҡос урынлашҡан таштар теҙмәһен Зөбәй ҡаралдыһы тип йөрөтәләр.Әрпешлеге менән танылып ҡалған Зөбәйлә исемле ҡатын сәбәпсе булыпҡала.

Ҡыҙҙар ҡасҡан үҙәк һәм кәмә ҡарай торған таш.

Ауыл Иҙел туғайында ултырғанда һыу буйлап һалсылар бик күп йөрөгән. Ырғыҙлы заводына тип үтеүсе урыҫтарҙан ауылҡыҙҙарын йәшереп, бәлки берәйһеналып киткән осраҡ булғандыр индеҙәктән өҫкә үрмәләткәндәр. Ҡәмә ҡарайторған ташҡа баҫып биржа күренһә тимергә һуғып тауыш биргәндәр. Иҙел булап яңғыраған тауышҡа халыҡмалын ҡыуып, ҡыҙҙарын эйәртеп шул үҙәктән өҫкә менеп тау башында йәшенеп ҡалған.

Хәйрулла кисеүе

Бөрйәнгә Саҡмағош яланынан китеп барған юлдың уң яғындағы кисеү. Һуғышҡа тиклем Берлек ауылы беҙҙең колхоздың бер бригадаһы булып торған . Хәйруллаигенлекте,сабынлыҡты ҡарап тормай тәртипһеҙрәүештә тапап шунан туракилепауылға инер булған. Кисеү- Хәйрулла кисеүе тип атала.

Тарбаҡбешә.

Кинйәбаев Факилдың өйө ултырған ерҙә йыуан тарбаҡҡарағай булған. Ике ауылйәштәре шул ағас төбөндә осрашып күңел асҡан.

. Буҙбейә яланы.

     Борон заманда булған был хәл. Бер ауылда бур кеше йәшәгән. Көн һайын берәй кешенең берәй йорт хайуанын урлар булған.  Бер көн ул күрше ауылға барып буҙбейә урлаған. Уның ҡолоно булған. Ҡолонон һуйып ашаған ти был бур. Ә үҙе буҙбейәгә ултырып ҡасҡан. Күп ер барған. Төрлө ауылдар, урман-яландар үтеп, һыуҙар кисеп, арып-талып, асығып бер ҙур яланға ял итергә туҡтаған. Ахырҙа буҙбейәһен һуйып, тиреһен тунап, итен айырып бешерергә һалған, ти. Ошо мәлдә бер кеше бурҙы күреп ҡалғауҙарҙы күреп ҡалҡалға барып етәкселәренә әйткән. Бер-нисә кеше һыбай яланға барып сыҡһалар, теге бур ит ашап ултыра, ти. Был бурҙы тотҡандар, ә буҙбейә һуйылған был урынды «Буҙбейә яланы» тип йөрөтә башлағандар. Был ялан ҙур сабынлыҡбулып киткән, йыл һайын кешеләр Буҙбейә яланында ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләйҙәр.

(Был легенданы Мырҙабаев Хәсән Атаулла улынан (73 йәш) ейәне Мырҙабаев Инсур Дамир улы яҙып алған).

Кәртәле яланы.

Борон бер юлаусы кәртәле яланы аша үткән саҡта хәл йыйырға була.Икмәген сығарып тамаҡялғарға була һәм икмәгенең валсығы ергә үлән араһына ҡойола. Ул икмәк валсығын сүпләп алып тормай һәм уны ҡәҙерләп кәртәләп китә.Шунан бирле был яланды Кәртәле тип йөрөтә башлайҙар.

Тәкә һуйған буйы.

Борон ул ерҙәялан булған.Ауыл халҡы унда бесән сапҡан.Мөсәт ауылы халҡының шундай бер йолаһы булған.Һәр йәй еткән һайын тәкә һуйып байрам итә торған булғандар.Шунан бирле был ерҙе Тәкә һуйған буйы тип атап йөрөтәлә

Тирмән таш тауы.

Мөсәт ауылынан асфальт аша Алаҡуян тауын Тирмән таш тип йөрөтәләр.Сөнки борон заманда беҙҙең олатайҙар шунан таш алып тирмән эшләп, бойҙай тартып, он һалдырып ашағандар.Был таш йомшаҡташ , нисек тишһәң дә ярылмай, йәғни, ватылмай. Шулай итеп,ошо морон Тирмән таш тип йөрөтөлә.

Сейәле морон.

Сейәлеморон – ул әлеге көндә кеше сабынлығы.Элек – электән был урында бик күп сейәләр үҫер булған. Бөтә ауыл халҡы ошонда сейә йыйырға килер булған. Бөгөн бында сейә юҡинде, ләкин халыҡ телендә уның исеме Сейәлеморон исеме менән һаҡланып ҡалған.

Был мәғлүмәттәр тарих уҡытыусыһы Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы Ҡолдобаева етәкселегендә 8 синыф уҡыусыһы Көҫәпова Гөлназ менән йыйылды.

Вәлиев Ураз Сабирйән улы

Вәлиев Ураз Сабирйән улы 1935 йылдын 1ғинуарында Бөрйән районы Яны Собханғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Олатайымдын бала сағы ауыр була. Тормош олатайыма әле бер, әле икенсе һынауҙарын биреп кенә тора. 6йәшлек олатайым атайһыҙтороп ҡала. Атаһы 1942йылда һуғышҡа китә. Шул уҡ йылда Сабирйән олатай Сталинград эргәһендә хәбәрһеҡюғала. Биш бала әсәй ҡарамағында ҡала. Тормоштары тағыла ауырлаша. Ураз олатайым бәләкәй генә көйө угеҙегеп бесәнселәргә таң менән ҡатыҡ ташый.Олатайымни бары 7класс ҡына тамамлай. Көҙгә ҡарай үҙ теләге менән ФЗО-ға уҡырға бара. Уҡыуҙы тамамлағас Магнит ҡалаһына заводҡа эшкә ебәрелә. Заводта 4йыл эшләй. Ағаһы Рәхимйән армияға алыныу сәбәпле, өйҙә ир-зат булмағас, кире ауылына, әсәһенә ярҙамға ҡайта. Сөнки өс бәләкәй һенлеһе ҡалған була.Ауылда шофер булып эшләй. Олатайым ғүмеренең күп өлөшөн техника менән бәйләй. Совхозда шофер була.1995 йылға тиклем һөт ҡабул итеү пунктында эшләй. Шул эшенән пенсияға китә.Әлеге ваҡытта олатайыма 78 йәш. Өләсәйем Сабира менән матур итеп донъя көтәләр. Балаларының үҙғаилаһе бар. Улар 20ейән- ейәнсәргә һәм 4 бүлә-бүләсәгә олатай, өләсәй.Мин олатайымды яратам, унын менән ғорурланам. Уларҙын оҙон-оҙаҡйәшәүҙәрен теләйем


ВәлиеваГөлниса Зәки ҡыҙы

1938 йылдың 20февралендә Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Бөрйән совхозында 1969йылдан 1991йылға тиклем һауынсы булып эшләй. 1976йыл “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән, 1984 йылда “Почёт билдәһе” ордены менән бүләкләнә. 1984 йылдан “Хеҙмәт ветераны”.










Карағолов Афзал Дәүләтҡол улы


1928йылдың 16 мартында Яңы Собханғол ауылында Ҡарағоловтар ғаиләһендә доньяға килә.Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.Һуғышҡа тиклем бишенсе класты ғына бөтөп ҡала.1951 йылда мәктәпте бөтөрөп медицина институтына уҡырға инә. Уны 1957йылда уңышлы тамамлағас Афзал Дәүләтҡол улы Ҡарағолов ординатурала бер йыл уҡый һәм Белорет ҡалаһына окулист булып эшкә урынлаша. Бер йылдан ул Өфөгә юллана һәм 5-се поликлиникала эш башлай. Тәьминәт министрының медицина экспорт комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы , бөтә Союз офтальмологтар сьездары делегаты. Афзал Дәүләтҡол улы ана шулай тотош ғүмерен халыҡсәләмәтлегенә арнаған.




Теләүбаев Мозауар Мостафа улы.



Теләүбаев Мозауар Мостафа улы 1928 йылдың

2 февралендә Яңы Собханғол ауылында тыуған. Атаһы - Мостафа, әсәһе-Фәхернисә.Мозауар олатай 1948 йылда армияға китә,1952 йыл армиянан ҡайтҡас колхозға склад мөдире булып эшкә урынлаша.Тырыш, эшһөйәр малсының эшен һәр саҡ хөкүмәт юғары баһалай.1984 йылдан “Хеҙмәтветераны”










Манапов Салауат Мөхәмәтхан улы


Манапов Салауат Мөхәмәтхан улы 1929 йылдың 25 декабрендә Яңы Собханғол ауылында тыуған. 1969 йылда Бөрйән районы ”Яңы юл” совхозына шофер итеп эшкә алына. Районға килгән тәүге өс машинаның береһе Салауат Манапов ҡарамағына тапшырыла. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн тырыш егет бихисап маҡтауҙарға лайыҡ була.

Салауат Манапов (алғы планда) ауылдаштары менән ял мәлендә

Нургалин Зәкир Дәүләтғәле улы.



1928 йылда Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. Бик бәләкәй көйө, дүртенсе синыфты бөткәстә колхозда хеҙмәт юлын башлап ебәргән. Ғүмер буйы колхозда, совхоз ойошторолғас, шунда эшләгән.1985йылдан “ Хеҙмәт ветераны”.













Мырҙабаев Сәйфулла Йомағужа улы.


Мырҙабаев Сәйфулла Йомағужа улы (һулдан беренсе) 1929 йылда Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс синыфты тамамлағас Сермән ауылына барып тракторист курсында уҡып ҡайтҡан.1949 йылд а Яңы Собханғол ауылында тракторист-механик булып эш башлай.1976 йылға тиклем тракторист булып эшләй һәм шул йылда вафат була.





Хоҙайбирҙин Ағзам Муллаян улы.

1934йылда Яңы Собханғол ауылында тыуған.Ауылда ете йыллыҡмәктәпте, һуңынан Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлай. 1961 йылда башҡор дәүләт университетының химия- биология факультетын тамамлай. Оҙаҡйылдар Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыта, Һуңғы йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында заводта лаборатория башлығы булып эшләй. Хәҙерге көндә хаҡлы ялда.