Яңы Собханғол 


мәктәбе  тарихы .


1930 йылдың мартында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты указы менән республикала контондар, волостар бөтөрөлөп ,райондар төҙөлә. 1930 йылда Яңы Собханғол ауылында ла башланғыс мәктәп төҙөлә. Мәктәп 1948 йылға тиклем 7 йыллыҡ  була.

Яңы Собханғол ауылында һуғышҡа тиклем, һәм һуғыштан һуң башланғыс мәктәп булған, балалар мәсеттә уҡығандар. Һуғыштан һуң мәктәп ете йыллыҡ булған. Уҡытыусылар һәм директорҙар икенсе яҡтарҙан булған. Мәктәп директорҙары булып Йортбағишев Ноғман Ишҡыуат улы, Ноғманов Лотфулла Әбделхәй улы, Ишбаев Исмәғил Сәхи улы эшләгән. Уҡытҡандар: Ихсанова Клара, Прохорова Ольга, Гәрәева Шәмсинур, Заманова Мәфтуха. А., Ҡарағолов Минһаж уҡытыусылар (урта белем менән). Һуңынан бөтәһе лә ауылдан киткәндәр, ауылда йәшәүселәр әҙ булған В 1952-1953 йылдарҙа ВУЗ бөткән йәш белгестәр килгән: Исмәғилов А. Ф., Шәйәхмәтова Зәкиә, Ноғманова Динә Абдулла ҡыҙы, Абубакиров Фәрит, Галина Гәйшә. Ниатша ҡыҙы, Агишев Фәрит, Исмәғилов А. Ф. директор итеп ҡуйғандар. : класта уҡыу ҡыйын булған, тормош ауыр : аслыҡ, һыуыҡлыҡ, емереклек . Үҫмерҙәр бала-саға менән бер класта уҡыған. Оло кластар мәсеттә, ә бәләкәҙәр ағас өйҙәрҙәге бәләкәй бүлмәләрҙә уҡығандар Бер ниндәй ҙә шарттар булмаған, уға ҡарамаҫтан бөтәһе лә белем алырға тырышҡан. Улар араһынан белемле кешеләр сыҡҡан: Ҡарағолов Рәис, Нургалин Фаяз, Сәфәрғәлина Ләлә, Ғәлләмов Хәләф, Давлеткужин Төлкөбай. К., Сиражетдинов Рәүф Дәүләт улы, Халикова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы, Йортбағишева Гүзәл Корман ҡыҙы.Ләкин дәүләт тағыла белем алыуға үҙгәрештәр индергән.

1956-1957 уҡыу йылында 7 йыллыҡ мәктәпте башланғыс мәктәпкә әйләндергәндәр. Уҡытыусылар китеп бөткәндәр, бары 3 уҡытыусы уҡытып ҡалған: 2 башланғыс синыф уҡытыусылары һәм мин, Ноғманова Динә Абдулла ҡыҙы, урыҫ ,теленән уҡыттым. Директор урынбаҫары булып Йортбағишев Корман Ишҡыуат улы эшләгән.

1966-1967 уҡыу йылында тағы 8 йыллыҡ мәктәп асылған, директор булып Ғәлләмов Х. эшләгән. Йәш специалистар килгәндәр, ләкин уларҙың күбеһе сығарылыш уҡыусылары булған һәм улар 1 йылдан кире киткәндәр.

1968 йылда Ғәлләмов Х. яңы мәктәп төҙөй башлаған, ләкин төҙөп бөтөрмәгән. Давлеткужин Төлкөбай Кинйәбулат улы килеп, уның эшен дауам иткән. Төҙөлөштә уҡытыусылар ҙа, оло класс уҡыусылары ла ҡатнашҡан һәм мәғариф бүлеге район уҡытыусыларын йәлеп итеп , мәктәпте саҡ төҙөп бөтөргәндәр.

Мәктәптә уҡыусылар һаны күбәйгән, ҡайһы бер йылдарҙа 130-140 балаға барып баҫҡан. Ҡайһы бер кластарҙа 30-40 бала уҡыған. Улар математиканы һәм урыҫ телен 2 класс менән уҡығандар.

Мәктәптә йыш ҡына директор үҙгәреп торған. Ғаиләләре менән Ҡолдәүләтов Зиннур Ғәжи улы, Юлмөхәмәтов Арслан Д. һ.б. директорҙар булған. Уҡытыусылар юғары, уртаса белем менән уҡытҡандар. Күптәре пенсияға хәтле белем биргәндәр: Заманова М.А. (башланғыс синыф уҡытыусыһы), Хәкимова Хәмдиә, Йортбағишев Ҡорман (черчение, хеҙмәт, тарих) һәм Ноғоманова Динә (рус. теле, литер.), Ғәйшә Ниәтшә ҡыҙы (баш. тел, әҙәбите), Усенко Лидия.Г. (рус. тел., литер.), Хоҙайбирҙина Мәрфуға.М. (биолог.), Халилов Самат.А, Хәлилова Зәйтүнә Ғүмәр ҡыҙы.